Сәғәт 2-нән шылтырат!29.01.2019
Бөгөн төшкә сәғәт 2-нән 5-кә тиклем “ИНДИГО” ҡала психологик-социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты “Дөйөм дәүләт имтиханы-Берҙәм дәүләт имтиханы, көсөргәнештән нисек ҡасырға” темаһы буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора.

Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығынан белгестәр, методистар һәм психологтар телефон аша аңлашылмаған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерәсәк. Дәүләт имтихандарында балаға ҡайһылай ярҙам итергә, үҫмергә ниндәй талаптар ҡуйылған, имтихан барышы, эске көсөргәнеште нисек булдырмау, ваҡытты дөрөҫ бүлеү тураһындағы һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 223-22-11.




Вернуться назад