“Инцидент” системаһына Белореттан мөрәжәғәт иттеләр. Унда халыҡ Артамонов урамындағы электр бағанаһының 43-сө йорт яғына ауышыуы, ауа ҡалһа, бынан ике ғаиләнең зыян күрәсәге, бүтән өйҙәргә лә утһыҙ ҡалыу хәүефе янауын белдерә.
Белорет районы хакимиәте вәкиле Александр Зайцев әйтеүенсә, мөрәжәғәт “Белорет ҡала электр селтәрҙәре” муниципаль предприятиеһына ебәрелгән, мәсьәлә шунда уҡ ыңғай хәл ителгән.