Ағинәйҙәрҙең изге доғалары29.01.2019
Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә уянғайны. Ә бөгөн иртән аҡ ҡар, әйтерһең дә, күңелде сафлағандай итте.

Учалы районындағы Көсөк-Маяҡ ауылы ағинәйҙәренең яҡын-тирәләге ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә булған “Әсәйҙәрҙең доғалары бәхетле һәм көслө итә!” исемле сараға юл тотоуыбыҙ.

Ауылдың “Өмөт” ағинәйҙәр клубы етәксеһе Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы Ғарипова – ветеран-уҡытыусы, данлы Әхмәтйәновтарҙың уҡытыусылар династияһы вәкиле, гүзәл ҡатын, әсә, өләсәй һәм ағинәй. Ошо гүзәл ханым иптәше Рәсүл Аллабирҙе улы менән бөгөн дә булмышына хыянат итмәй – йәш быуынды, йәмғиәтте тәрбиәләүгә ҙур көс һалалар. Сарала һәр әсәй өсөн үҙ балаларынан ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡ икәнлеген күрһәтеп, доғаларҙың көсө тураһында һүҙ барҙы. Бындай өгөт-нәсихәт, доғаларҙың, Аллаһ хозурында булғанлыҡтан, һис иҫкергәне юҡ! Эйе, әсәйҙәрҙең балалары өсөн ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсә менән Аллаһ араһында пәрҙәләр юҡ.

Балаларыбыҙ өсөн бик файҙалы һәм изге доғалар ишетергә насип булды беҙгә. Әсәйҙәр һәр ваҡыт балаларына тәрбиә һәм әхлаҡ ҡына биреп ҡалмай, ә үҙенең тылсымлы, көслө доғаларын теләп йәшәй.

Бына, мәҫәлән: “Йә, Аллаһ! Беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхлаҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит”, “Йә, Аллаһ! Балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел, тулы иман бир!” — тип теләнеләр.

Көсөк ауылы клубы әллә ни ҙур булмаһа ла, илаһи йылылыҡ, мәҙәнилек тантана итә ине залда. Ҡунаҡтар — Миндәк, Килмәк, Зәйнәкәй, Уральск ауылы ағинәйҙәре — барыһы ла милли кейемдә, яулыҡта. Был — үҙе бер тәрбиә мәктәбе.

Әлегә тиклем минең ағинәйҙәрҙең күберәк сәхнәлә йыр-моң, фольклор тергеҙеү эшендә ҡатнашҡанын күрә инем. Ә Көсөк ағинәйҙәренең ысын мәғәнәһендә “ағинәй” статусына эйә булыуына шаһит булдым.

Миндәк ауылынан Миңзифа апай Сәхәүетдинова, Бөйөк Ватан һуғышында нисек хәбәрһеҙ юғалған атаһының туғандар ҡәберлеген табып, доғаларын уҡып ҡайтып, ҡорбан салғанын һөйләгәндә, быуындар сылбырының ныҡлығын күрҙек. Таңһылыу Байморатова апай үҙенең шиғырҙарын уҡып, халҡына һөйөүен еткерҙе.

Йәмғиәтебеҙҙә ағинәйҙәр хәрәкәте үҙ эшен ныҡлап башланы. Киләсәктә уның һөҙөмтәһе баһалап бөткөһөҙ ҙур буласаҡ, сөнки борон-борондан халҡыбыҙҙа ололар кәңәш биреп, йәш быуынды тәрбиәләгән. Көсөк-Маяҡ ағинәйҙәренең дә төп маҡсаты – иманға өндәү, ныҡлы ғаиләләр тәрбиәләү. Үкенескә ҡаршы, бөгөн районыбыҙҙа аҡһаҡалдар ҡоро юҡ. Ә бик кәрәк ине. Ир-егет, атай, олатай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге, арҡаһы ул. Арҡа ныҡ икән – ил дә ныҡ. Шуның өсөн иман, ил ныҡ булһын тиһәк, аҡһаҡалдар ҡоро ла кәрәк!

Бик күп ағинәйҙәрҙе күргәнем бар, ә бөгөнгө сараны ойошторған, Көсөк ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙын оло һоҡланыу, ғорурлыҡ менән тыңлап ултырҙым, сөнки уларҙың эше маҡтауға ғына лайыҡ: урындағы ҡәберҙәрҙе кәртәләү, шишмәләрҙе таҙартыу, йома сәйҙәре, ауылда аяттарҙа мөнәжәттәр әйтеү, хатта республика кимәлендә ауылдашы Муса Лут улы Мортазин иҫтәлегенә ҡорбан аяттары үткәреүҙе башҡар­ғандар.
“Өмөт” ағинәйҙәре йәмғиәттәге кире күренештәргә лә битараф түгеллеген, күңелдәрендә “ауыр таш” булып йөрөткәндәрен белдереп, ипле, сабыр ғына изге, аҡ доғаларын әйттеләр. Доға – ул дауа.

Был күркәм саранан һәр әсә, ҡатын-ҡыҙ күңелендә иман нуры, изгелек орлоҡтары алып, ҙур өмөттәр менән ҡайтты. Көсөк ауылы ағинәйҙәренең изге маҡсаты – киләсәктә мәсетле булыу. Иманым камил, Инша Аллаһ, бындай изге күңелле, зирәк, аңлы, тәрбиәле, өлгөлө ағинәйҙәр булған ерҙә иман йорто булыр.


Вернуться назад