Ауырғазы районынан 60 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү бурысын тейешенсә башҡармауҙа ғәйепләнә ул.
Ҡатын ата-әсәһеҙ ҡалған 7 һәм 13 йәшлек ейәнсәрҙәрен ҡараған була. Әммә уларҙы һөйөп-иркәләп тормай. Декабрь айында 13 йәшлек баланы рөхсәтһеҙ алма алыуҙа ғәйепләп, туҡмай һәм өйҙән ҡыуып сығара.
Ҡыҙ ҡышҡы өҫкө һәм аяҡ кейемһеҙ күрше ауылдағы туғанына барырға мәжбүр була. Уныһы үҫмерҙе дауаханаға килтерә.
Тәртип һаҡлау органдары был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Әлегә ике ҡыҙ ҙа ошо хәлгә битараф ҡалмаған туғандары ҡарамағында йәшәй.
Прокуратура балаларҙың йәшәү рәүешен һәм тәрбиәләү шарттарын күҙәтергә тейешле опека һәм попечителлек органдарының, ауыл биләмәһе хакимиәтенең эшмәкәрлеген дә тикшерәсәк.