Эштән китергә булһаң…29.01.2019

“Һеңлем эштән китеү тураһында ғариза яҙған, әммә ҡасан китеү көнөн күрһәтмәгән. Эш биреүсе һеңлемде, ғариза яҙылғандан һуң ике аҙна үткәс, эштән ебәреү тураһында бойороҡ сығара аламы?
Сәкинә,
хеҙмәт ветераны.
Күмертау ҡалаһы”.


Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғариза яҙылған датаға эштән сығарыу срогы бәйле түгел. Әгәр ҙә хеҙмәткәр үҙенең ғаризаһын кире алмаһа һәм эштән ебәреүҙе талап итһә, әлбиттә, эш биреүсе уны ғаризаны ҡулға алғандан һуң ике аҙна үтеү менән эштән сығарырға тейеш. Башҡа осраҡтарҙа хеҙмәт килешеүе дауам иттерелә. Хеҙмәт кодексының 80-се статьяһына ярашлы, хеҙмәткәр эш биреүсене ике аҙнанан да һуңламай ошо хаҡта яҙма рәүештә иҫкәрткәндән һуң, килешеүҙе өҙөргә хоҡуҡлы.



Вернуться назад