“Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурстары тамамланды.
Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу.
“Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсында абсолют еңеүсе исемен 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина яуланы, ә “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” бәйгеһендә иһә 7-се урта мәктәптән Гөлшат Ғәбитова алдынғылыҡты бирмәне.
Гөлшат Заһир ҡыҙы билдәләүенсә, был – ябай бәйге генә түгел, ә рух байрамы, оло йыйын, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҙур майҙансыҡ. “Мин һөнәремдән уңдым”, – тип ул фекерен аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән тамамланы.
Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторолған “Педагогик өмөт” номинацияһында 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаеваға етеүсе табылманы.