Рәсәйҙә киҙеүгә ҡаршы яңы вакцинаға күсеү планы раҫланды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Роспотребнадзор” 2019–2021 йылдарҙа яңы вакцинаны индереүгә иҫәп тота. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың рәсми сайтында хәбәр бар.
Тәү сиратта уны хәүеф төркөмөндәге кешеләргә яһаясаҡтар. Медицина, транспорт, белем биреү ойошмалары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт учреждениелары эшселәре, уҡыусылар, йөклө ҡатындар, балалар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ошо исемлеккә инә.
Яңы вакцина Рәсәй белгестәре тарафынан эшләнгән һәм тейешле һынауҙарҙы үткән.