ЙОНДОҘНАМӘ 28 ғинуар – 3 февраль29.01.2019

ҠУҘЫ
Көс-ҡеүәтегеҙ кәмегән мәл, психик хәлегеҙ ҙә тотороҡһоҙ, шуға күрә мөһим эш башламаҫҡа кәңәш ителә. Ҙур тырышлыҡ талап итмәгән ғәҙәти мәшәҡәттәр менән шөғөлләнегеҙ. Бер аҙ ял итһәгеҙ ҙә насар булмаҫ.

БУҒА
Финанс мәсьәләһендә иғтибарлы булығыҙ. Кәйеф-сафаға сығымды кәметегеҙ. Эштә лә “болоттар ҡуйырыр”, һуңламаҫҡа, бурыстарығыҙҙы теүәл үтәргә тырышығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР

Аҡса эшләү өсөн уңайлы аҙна. Шулай ҙа ылыҡтырғыс тәҡдимдәрҙән баш тартыуығыҙ хәйерле. Ентекле өйрәнелгән эш-ғәмәлдәрҙә генә уңыш көтөлә. Ҡайһы саҡта ныҡышмалылыҡ та талап ителер, моғайын. Бирешмәгеҙ, тырышлыҡтың файҙаһын күрерһегеҙ.

ҠЫҪАЛА
Көс туплағыҙ – был аҙнала һеҙҙе бик күп эшлекле осрашыуҙар көтә. Улар һөнәри үҫешегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Үҙегеҙгә һәм башҡалараға ҡарата талапсан булығыҙ, һәр йәһәттән ҡәтғилек күрһәтегеҙ, фекерегеҙҙе яҡлағыҙ.

АРЫҪЛАН
Яҡындарығыҙ ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртергә мәжбүр итер, моғайын. Рулдә, электр приборҙарын ҡулланғанда иғтибарлы булығыҙ – уйланылмаған эш-ғәмәлдәрегеҙҙең бүтәндәргә зыян килтереүе ихтимал.

ҠЫҘ
Был арала хис-тойғолар өҫтөнлөк итер, һөйөү утында янырһығыҙ, моғайын. Шулай ҙа башығыҙҙы юғалтмағыҙ, алда һеҙҙе ҙур һәм мөһим эш көтә. Уны һеҙҙән башҡа берәү ҙә башҡара алмаҫ, көс туплағыҙ.

ҮЛСӘҮ
Ҡеүәтегеҙ ташып тора, кәйефегеҙ ҙә, сәләмәтлегегеҙ ҙә шәп. Шулай ҙа һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе уйлап башҡарығыҙ. Ғөмүмән, һәр йәһәттән алдан уҡ план төҙөп ҡуйырға кәңәш ителә. Дуҫ-иштәрегеҙ менән осрашыу өсөн дә ваҡыт табығыҙ.

САЯН
Был аҙнала иғтибарығыҙҙы аҡса һәм мөхәббәт мәсьәләләре йәлеп итер, моғайын. Тап ошо өлкәләрҙә уңыш көтә, тик ике шартты үтәргә тура килер: сығымдарҙы сикләгеҙ һәм яҡындарығыҙҙы тәнҡитләмәгеҙ, уларҙың холҡон үҙгәртергә тырышмағыҙ.

УҠСЫ
Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ. Сирләй башлаһағыҙ, кисекмәҫтән сара күрегеҙ. Йорт мәшәҡәттәрен яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ, эштә лә талсығыуҙан һаҡланығыҙ, юғиһә сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшар.

ЫЛАҠ
Мөһим эште 1 февралдән иртәрәк башламаҫҡа кәңәш ителә. Шуға тиклем әүҙем эшмәкәрлекте туҡтатып торорға, аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем сикләргә, һүҙгә килмәҫкә кәңәш ителә. Хеҙмәттәштәрегеҙгә ҡарата талапты ла бер аҙ кәметеү зыян итмәҫ.

ҺЫУҒОЯР
Эштәге проблемаларҙан ситләшә, шәхси мөнәсәбәттәрҙә шымып ҡала алмаҫһығыҙ. Нисек кенә булмаһын, фекерегеҙҙе ныҡлы яҡлағыҙ, үҙ мәнфәғәтегеҙҙе алға ҡуйығыҙ. Февраль башында аҡсаны бушҡа сарыфламаҫҡа тырышығыҙ, әммә ташламалы әйбер һатып алмағыҙ.

БАЛЫҠ
Бәхәс-низағтарҙан һаҡланығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙән – тәнҡит, етәкселектән шелтә һүҙҙәре ишетергә тура килер, моғайын. Аҡланыу йәки ҡаршы сығыу һөҙөмтә бирмәҫ. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланыр, ғәҙеллек тантана итер.


Вернуться назад