Ҡулланыусыларҙың Дәүләт хеҙмәте селтәрендә шәхсән мәғлүмәт ҡалдырыуы – ғәҙәти хәл, сөнки был сайттар ышаныслы һанала. Быны портал хакимиәте лә, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар ҙа раҫлай. Әммә мутлашыусыларҙы был туҡтатмай, улар, киреһенсә, төрлө юлдар аша ҡулланыусыларҙың шәхси кабинеты паролдәрен ҡулдарына төшөрөп, иҫәптәрҙән аҡса урлай.
Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы үҙенең Facebook сайтындағы рәсми сәхифәһендә мутлашыусыларҙың, рәсми сайтҡа арҡаланып, төрлө e-mail йә смс-хәбәрҙәр таратыуы тураһында хәбәр итә. Бындай хаттар эсендә вирус программаһы булыуы мөмкин. Кешенең ниндәйҙер түләнмәгән бурысы, штрафы, милеккә арест һалынған булыуы һ.б. хаҡында хәбәр килә һәм теүәлерәк мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма буйынса күсергә тәҡдим ителә. Артабан ҡулланыусынан пароль һорайҙар. Был мутлашыу төрө “фишинг” тип атала, енәйәтсенең маҡсаты – логин һәм пароль аша, СНИЛС, паспорт, ИНН һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрөү.
Улар рәсми порталдарҙың игеҙәк-сайттарын эшләп тә халыҡты алдай. Шундай уҡ дизайн, интерфейс һәм адресты күреү ҡулланыусыла рәсми сайтҡа инеүендә шик тыуҙырмай, шуға күрә ысын логин һәм пароль ҡулланып, шәхси кабинетыңа ингән саҡта, бөтә мәғлүмәттең мәкерле ниәтле кеше ҡулына эләгеүен көт тә тор.
Портал аша мутлашыуҙың икенсе популяр төрө – ҡулланыусыларҙан туранан-тура аҡса таптырыу. Берҙәм порталдың Livejournal селтәрендәге рәсми сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, енәйәтселәр үҙҙәрен портал хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, түләү мәсьәләһендә һорауҙары килеп сыҡҡан ҡулланыусылар менән бәйләнешкә инә. Улар сайтта техник эштәр алып барылыуы тураһында хәбәр ебәрә һәм шулай итеп “ярҙам” тәҡдим итә. Күрһәтелгән реквизиттарға ҡулланыусы үҙ ҡулы менән аҡса күсерә.
Белгестәрҙән кәңәштәр-Дәүләт хеҙмәттәре порталының паролен үҙегеҙҙән башҡа бер кем дә белмәһен;
-пароль яҙғанда сәхифәнең адресын һәр саҡ тикшерегеҙ: Берҙәм порталдың адресы: www.gosuslugi.ru;
-смс-хәбәр йә электрон хат аша килгән таныш булмаған һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ. Дәүләт хеҙмәттәре порталының электрон адресы:
[email protected]. СМС-хәбәрҙәр gosuslugi йә 0919 һанынан ғына килә.
-онлайн рәүештә штраф һәм дәүләт пошлиналарын бары тик сайттың үҙе аша түләгеҙ. Үҙҙәрен портал хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләр тәҡдим иткән реквизиттарға бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ.
-түләнмәгән бурыс йә штраф хаҡында хәбәр килгән осраҡта, мәғлүмәтте порталдағы шәхси кабинет аша йә иһә дәүләт органдарына, мәҫәлән, ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт итеп тикшерегеҙ.