ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөгөн иртәнсәк Благовар районында 58 йәшлек иҫерек водителде тотҡан. Ул мәктәп автобусында Иҫке Һыннынан Первомайский ауылына 20 баланы уҡыуға алып китеп барған!“Һөйләшкән мәлдә беҙҙең инспекторҙар водителдән алкоголь еҫе килгәнен һиҙгән, – тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының төбәк бүлексәһендә. – Алкотестер ярҙамында тикшереү быны раҫлаған”.
Хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата административ протокол төҙөлгән, ул яҡын арала мировой судта ҡараласаҡ. Водителгә юлға сығырға рөхсәт биргән яуаплы кешегә штраф һалынған.