Күптәнге йолабыҙ буйынса, 1 июнь алдынан редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең балалары араһынан иң бәләкәстәрҙе йыйып алдыҡ.
Йылмаяҡ май ҡояшы ҡалала йәшәгән һәр кемде, бигерәк тә кескәйҙәрҙе ауылға саҡыра башлай. Балаларыбыҙҙың күбеһе олатай-өләсәһе янына китеп өлгөргән, саф һауала рәхәтләнеп ял итә икән. Әлегә ҡалала ҡалған бәләкәстәр менән беҙ ҙә “йәмле йәйгә” — мажаралы бала саҡ иленә ҡайтып урағандай булдыҡ. Улар, һәр йылдағыса, редакциябыҙға иртә менән ҡояш эйәртеп килеп, “эшлекле” коридорҙы уйын майҙансығына әйләндерҙе. Быйыл I класты тамамлаған Ләйсән генә, “бала-саға”ға иҫе китмәйенсә, үҙ эше менән булды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында тәүге уҡыу йылын тик яҡшы билдәләргә тамамланы ул. Башҡорт теле менән математиканан йыллыҡ контроль эшен — “бишле”гә, ә урыҫ теленән “дүртле”гә башҡарған. Айырыуса рәсем төшөрөү оҡшай икән Ләйсәнгә. “Ҙурайғас, рәссам булам!” — ти ул.
Быйыл уҡырға барасаҡ Ирхан балалар баҡсаһындағы хушлашыу кисәһендә ятларға әҙерләгән шиғырын һөйләп, йөҙгә тиклем һанап күрһәтте. “Ниңә I класҡа тәрбиәселәрҙе лә алып бармайбыҙ икән?” — тип бошоноп та алды.
Искәндәр ҙә мәктәпкә күптән әҙер. Тырыш, ҡыҙыҡһыныусан, үҙһүҙле малай дүрт йәшенән уҡырға, һанарға өйрәнгән. Ифрат аралашыусан да ул. Ата-әсәһен, ағаһын бик ныҡ ярата. Компьютерҙы һәйбәт белә икән. “Ағайым өйрәтте!” — ти ул ғорурлыҡ менән.
“Өлкәндәр”ҙән айырмалы, өс йәшлек Камилла менән Ильястың мәшәҡәте башҡа. Тиҙ арала танышып алған “коридор хужалары” үҙ биләмәһен йүгереү, серләшеү, үпкәләшеп алыу урынына әүерелдерҙе. Ҡупшы һәм илгәҙәк Камилла Ильясҡа шиғыр һөйләп, йырлап, бейеп күрһәтте, сер итеп кенә әртис буласағы тураһында әйтте. “Ҡурай” телеканалын һүндертмәй ҡарай, театрға йөрөргә ярата икән. Башҡортса шундай матур, яғымлы итеп һөйләшеүе менән һоҡландырҙы Камилла. Ильяс иһә “Сәңгелдәк”те ҡалдырмай ҡарап бара икән. Ундағы бишек йырын йотлоғоп тыңлай, үҙе көйләп ҡарай. Машина яратыусы малай балалар баҡсаһында яңы дуҫтар тапҡан, кубиктан өй төҙөргә, әсәһе менән атаһының һүрәтен төшөрөргә өйрәнгән.
Тиктормаҫ бәләкәстәрҙе етәкләп, сәскәле паркка килдек. Һәр ваҡыттағыса, уларҙы теҙеп ҡуйып, йылмайтып фотоға төшөрөү уйыбыҙ, кескәй ҡулдарҙан ысҡынып киткән шарҙар менән бергә, һауаға осто. Әсәйҙәрһеҙ булмай шул. Күмәкләшеп фотоға төшөү барыбер күңеллерәк икән!