Түшәктә ятҡандарға кем ярҙам итә?29.01.2019

“Олоғайған әсәйем бик ҡаты сирләй. Атлай алмай, тип әйтергә була. Беҙ бәләкәй ҡалала йәшәйбеҙ һәм район поликлиникаһында паллиатив ярҙам күрһәткән белгестәр юҡ. Өҫтәүенә медицина персоналының насар мөнәсәбәте йәнгә тейә. Был осраҡта кем паллиатив ярҙам күрһәтергә тейеш?
Ғәлиә”.


— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, паллиатив ярҙам күрһәтеү системаһы ойошторола ғына башланы. Бөгөн ундай учреждениелар Рәсәйҙә етешмәй. Ҡануниәткә ярашлы, ошондай төрҙәге ярҙамды стационар йәки амбулатор формала махсус белем алған медицина хеҙмәткәрҙәре күрһәтергә тейеш, йәғни ауыртыныуҙан ҡотолоуға һәм хәлде еңеләйтеүгә йүнәлтелгән саралар күрһәтелә.


Ғәмәлдә түшәктә ятҡан ауырыуҙар махсус стационарҙа булырға тейеш. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, патронаж хеҙмәте тарафынан өйҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Ошондай эш илдә бик әүҙем үҫешеп килә. Әгәр поликлиникала патронаж хеҙмәт бар икән, унда паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса белгес булырға тейеш. Булмаған осраҡта, был эш дөйөм ғәмәли табиптар һәм шәфҡәт туташтары иңенә төшә.

Бындай ҡаты ауырыуҙарға вайымһыҙ мөнәсә­бәттең булыуы мөмкин түгел, күҙәтелгән хәлдә был осраҡты тикшереү талап ителә. Әлбиттә, һәр табиптың эше етерлек, ләкин пациенттың хәлен аңлап, ярҙам итеү өсөн белемдәре һәм оҫталыҡтары булырға тейеш. Паллиатив ярҙам һәр ауырыуға айырым ҡараш талап итә.


Вернуться назад