“Ғаиләбеҙҙә ҡыйынлыҡтар тыуыуға бәйле, ҡыҫҡартылған эш көнөнә күсергә теләйем. Етәксем ризалыҡ бирҙе, әммә сираттағы отпуск көндәренең ҡыҫҡарасағын иҫкәртте. Төрлө кеше төрлөсә кәңәш бирә. Эш биреүсе был осраҡта хаҡлымы?
Әҡлимә.
Ишембай ҡалаһы”.Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре әйтеүенсә, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 93-сө статьяһына ярашлы, хеҙмәткәр һәм эш биреүсе араһындағы килешеү буйынса эшкә алынғанда, шулай уҡ унан һуңыраҡ та тулы булмаған эш көнөнә күсергә мөмкин.
Эшсенең үтенесе буйынса тулы булмаған эш көнө билдәләнгәндә, хеҙмәткә түләү эшләгән ваҡытҡа пропорциональ рәүештә йәки үтәлгән эш күләменә ҡарап түләнә. Тулы булмаған эш ваҡытына күскән хәлдә лә йыл һайын бирелгән түләүле отпуск оҙайлығы үҙгәреш кисермәй. Ул дөйөм шарттарҙа Рәсәй Хеҙмәт кодексының 115-се статьяһына ярашлы бирелә, отпуск оҙайлығы 28 календарь көндән дә кәм була алмай.