Өфө пенсионерҙары йәшлек серен асты: улар 75 йәштә спорт менән шөғөлләнә, һауыҡтырыу үҙәгенә йөрөй. Оло йәштә бындай күнекмәләрҙе нисек башҡарырға һәм һаулыҡҡа зарар килтермәҫкә?
Әле биш йыл элек Нина Андрианова ауырлыҡ менән саҡ атлай ине, ә бөгөн 80 йәшлек пенсионер аҙнаһына өс тапҡыр Ҡыуатов үҙәгенә йөрөй. Медицина картаһы ниндәй генә диагноздар менән сыбарланмағайны: бүҫер, бил дискыһының үҙгәреүе, сколиоз, тубыҡ артрозы, менисктарҙың өҙөлөүе. Табиптарҙың ҡарары ҡәтғи була: бындай сирҙәр менән хәрәкәтләнеп булмай.
— Оло йәштә булһам да, йәшәге, хәрәкәтләнге килә. Был үҙәккә асылған көнөндә үк килдем. Миңә ул саҡта 75 йәш ине. Шыуышып тигәндәй ҡуҙғала инем, тип әйтһәм дә, дөрөҫ булыр.
— Элек реабилитация үҙәгенә лә, табип-физкультура диспансерына ла, күнекмәләргә лә йөрөнөм, ә хәлем насарлана ғына барҙы. Иң мөһиме — ялҡауланмаҫҡа, ниндәй генә хәлдә лә үҙеңде ҡулда тоторға кәрәк, — ти Ҡыуатов үҙәгенең тағы бер пациенты Людмила Голубева.
Ҡыуатов үҙәгендә күнекмәләр программаһын фитнес-тренер түгел, ә учреждениеның табип-неврологы ауырыуҙың хәленә, диагнозына ҡарап төҙөй.
— Беҙ пациенттарға файҙалы бөтә ысулдарҙы ҡулланабыҙ. Кинезитерапия, йәғни мускулдарҙы һуҙыу, йомшартыу менән бәйле алымдар һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, — ти инструктор-реабилитолог Андрей Асанбаев.
Бында тылсымлы дарыу юҡ. Уңышлы һөҙөмтә — даими күнекмәләр. Хәҙер үҙебеҙҙе 50 йәшлек кенә итеп тоябыҙ, тип шаярта инәйҙәр ҙә.