Йомарт булһын ғүмер көҙөбөҙ29.01.2019
Ерҙә ҡот һаҡлаған инәйҙәр бар.

Көҙҙө юҡҡа ғына кеше ғүмеренең ҡартлыҡ тип аталған миҙгеле менән сағыштырмайҙар. Тирә-яҡтағы һары моң йөрәктәрҙә һағыш уятһа ла, ҡарасайҙың сыуаҡ көндәре күңелгә аңлатып бирә алмаҫлыҡ һиллек, тынлыҡ ипкене һала. Тәбиғәттең дә кешенеке кеүек зирәклеге барҙыр тип уйлап ҡуяһың. Ярһыу яҙ һымаҡ осонмай ҙа, шашынмай ҙа, йәй һымаҡ ҡыҙҙырмай ҙа, яндырмай ҙа. Ғүмер көҙөн дә шулай бер аҙ һағайып та, ҡыуанып та көтөп алаһың.

Тормош юлын барлап, үтелгәндәрҙе байҡап, күргәндәрен балаларға фәһем, һабаҡтарын ғибрәт итеп, нәсихәттәрен еткереп матур йәшәгән, үҙе булған ерҙә ҡот уйнатҡан инәй-олатайҙар, шөкөр, бар әле арабыҙҙа. Әлеге көндә Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Рәхилә инәй Кинйәбаева тураһында һүҙем.

Ҡыҙыл яулыҡты яҙып ябынып, туҡ башаҡтар менән көҙгө сәскәләр төшкән күк күлдәген кейеп, күңеленән генә зекер әйтеп, тәсбих тартып, һәр балаһын теүәлләп, доғаларын бағышлап ултырған был инәй тыу­мышы менән Бикбулат ауылынан. Биш балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуып үҫһә лә, бары икеһе генә иҫән ҡала.

– Атайымдың исеме Суфиян, әсәйемдеке Кинйәбикә ине. Миңә тиклем ике ир бала донъяға килә. Унан һуң тыуған ике ҡыҙ бала аслыҡ ваҡытында мандымай, сабый ғына килеш вафат була. Шакирйән ағайым, һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Шәрифйән ағайым менән мин генә иҫән ҡалғанбыҙ. Йәшлегебеҙ этлектә үтһә лә, һис зарланмайым. Тормош ошолай була икән, тип ауырлыҡҡа күнеп йәшәнек. Хәҙер, ул ҡыйынлыҡтарҙы нисек күтәрҙек икән, тип үҙебеҙгә үҙебеҙ хайран ҡалабыҙ.

Йәшләй генә колхоз эшенә егелдек. Бесән дә саптыҡ, ураҡ та урҙыҡ, малын да ҡараныҡ, кәбәнен дә ҡойҙоҡ. Һуғыш ваҡытында ауылда ирҙәр булмағас, бөтә хужалыҡ эше ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө, бөтә ауырлыҡты беҙ күтәрҙек. Һуғыштан һуң да ил аяҡҡа баҫҡансы, еңел булманы. Өҙлөкһөҙ түләү йыйыу менән дә аптыраттылар халыҡты.

“Сельхозналог”, “холостой налог” түләнек... Илле кило ит, туғыҙ килоға яҡын май, йөҙ йомортҡа, ике тире тапшырырға кәрәк. Йомортҡа менән түләргә тауыҡ бармы әле... Унда бер кемдең дә эше юҡ, хөкүмәт талап итә. Тире тапшырыу өсөн дә, малың булып, уны һуйыу кәрәк. Бер һыйырға ҡарап торғанда, уны ҡалайтып түләйһең? Меҫкен һыйырҙы һабанға ла егә торғайныҡ... Хәҙер, шөкөр, матур тормошта йәшәйбеҙ, – тине 95 йәшен билдәләгән инәйебеҙ.

Рәхилә инәйҙең тәүге никахы тиҙ тарҡала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, өс бала менән тол ҡалған Шәһит исемле ир һоратып килә. Балалары Гөлдәр донъяға килә. Бөгөн Рәхилә инәй ҡыҙы менән бергә тора. Хоҙайбирҙин мәктәбенең элекке данлыҡлы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рауил Болғаировтың (хәҙер инде мәрхүм) ҡәйнәһе лә инде инәйебеҙ. Балаларының балаларын, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәрен күреп, ҡыуанып йәшәй ул.

– Аллаға шөкөр, ошо йәшкә етеп, балаларымдың ҡәҙер-хөрмәтен күреү – үҙе бер бәхет. Ятһам-торһам да, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, тәүфиҡ теләйем, – ти ул.

Ағинәйебеҙ гәзит-журнал уҡырға ла ярата. Тәсбихенең эргәһендә генә район гәзиттәре ятҡанын күреп, беҙ ҙә ҡыуандыҡ.

– Китап уҡырға электән бик яраттым. Ошо йәшкә еткәндә лә, эрерәк яҙыулыларын уҡый алам. Донъя хәлдәрен, ил хәстәрен телевизорҙан белеп торам. Гәзиттә баҫылған тапшырыуҙар программаһын эргәмә һалып, үҙемә оҡшағандарын һайлап ҡарайым, – тип беҙҙең күңелде күтәрҙе.

Хәтере яҡшы, зиһене үткер, үҙе теремек. Хәҙер оло йәшкә етеп, намаҙҙы туҡтатырға тура килһә лә, доғалар уҡый, тәсбихен тартып, зекер әйтә, Аллаһ Тәғәләгә һыйынып йәшәй. Ә оҙаҡ йәшәү серен ул сәләмәт тормош, туҡтауһыҙ хәрәкәт, эш менән бәйләй.

95 йәштә аҡылыңда булып, үҙ аяғыңда йөрөп, балаларыңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде, бүлә-бүләсәрҙәреңде һөйөү рәхәтлеген кисереү үҙе оло бәхет. Һәр кемгә лә ғүмер көҙөнөң ошолай йомарт килеүен теләйбеҙ.


Вернуться назад