“Башҡортостан кванториумы” балалар технопаркының ыңғай эш һөҙөмтәләре күренә башланы ла инде. Мәҫәлән, шунда шөғөлләнгән йәш яҡташыбыҙ Герман Йәнғәлин Бөтә Рәсәй инженерҙар олимпиадаһының финалына сыҡҡан.Өҫтәүенә ике йүнәлеш буйынса: “Алдынғы етештереү технологиялары” һәм “Аҡыллы ҡала”.
“Олимпиаданың төп үҙенсәлеге – проект эшмәкәрлеге, командала эшләргә өйрәнеү, – тинеләр республиканың Мәғариф министрлығында. – Шуға ла икенсе һайлау турынан башлап уҡыусылар командаларға бүленде, һәр кемдең айырым бурыстары билдәләнде. Был этапта балалар күмәк көс менән дисциплина-ара ғәмәли мәсьәләләр систе. Германдың командаһында (ул үҙе капитан ине) Санкт-Петербург, Томск, Екатеринбург ҡалаларынан килгән балалар булды”.
Икенсе этапта беҙҙең уҡыусы автономлы күпер краны моделен эшләгән. Уны камиллаштырып, рельс буйлап йөрөрлөк иткән, дистанцияла идара итеү мөмкинлеген биргән инфраҡыҙыл датчик менән йыһазландырған. Команда йөҙҙән ашыу балл йыйып, олимпиаданың финалына үткән.
Йомғаҡлау һынауы яҙ буласаҡ.