Көсөктө ҡәҙерләһәң, һаҡлаулы булырһың31.05.2012
Көсөк алдым көтөргә,
Һунарға өйрәтергә.
Инде нисек итергә?
Ҡайҙа ҡуйып көтөргә?

Ҡулыма алдым балта,
Атайҙан һорап, таҡта.
Бына тигән оя яһап,
Эшләп тә ҡуйҙым ҡапҡа.

Аҫтына түшәп һалырға,
Йылы түшәк эҙләнем.
Ашатып туйҙырырға,
Һауыт та әҙерләнем.

Оя йылы, тамағы туҡ,
Башҡа бер ни кәрәкмәй.
Яҡшы тәрбиә алғас,
Тәртипле булды Аҡбай.

Тауыҡты ла баҫтырмай,
Мал да унан һис ҡурҡмай.
Кис көтөүҙе ҡаршылай,
Йортто, ҡураны һаҡлай.

Эт алһағыҙ, балалар,
Тәрбиәләгеҙ шулай.
Асыҡтырып йөрөтмәгеҙ —
Кәңәшем һеҙгә шулай.

86 йәшлек сәсәниә Мәфтуха Мусинанан Нәғимә Илһамова яҙып алды.
Әбйәлил районы,
Ҡырҙас ауылы.


Вернуться назад