Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла...29.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дүрт миллион халҡы булған Башҡортостанға Мөрәжәғәтнамәһен ябай һәм һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп еткерҙе. Йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен аңлайышлы һөйләүе уға ҡарата ихтирамды тағы ла арттырҙы. Уның сығышы күптәрҙә өмөт, киләсәккә ышаныс тыуҙырҙы. Юғары вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, тәбиғәттән бирелгән һәләте, егәрлелеге, ябайлығы, талапсанлығы, халыҡ менән аралаша белеүе уға ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында абруй өҫтәне.

Мөрәжәғәтнамәне тын да алмайынса тыңлағандан һуң, зыялылар араһында фекер алышыу башланды.

– Республика райондарын гиҙеп, халыҡтың социаль көнкүреше менән танышып, һәр нәмәгә ҡарата анализ яһауы һөйләгәндәренең тормошҡа ашасағына ышаныс тыуҙыра. Уның телмәренең эстәлегенә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов та юғары баһа бирҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың да күрһәтелгән бер генә мәсьәләнең дә тормошҡа ашмайынса ҡалмаясаҡ тип ҡеүәтләүе иһә киләсәктә етәкселектең берҙәм эшләренә ышаныс тыуҙыра, – тип шылтыратты Бөрйән районынан 93 йәшлек Ҡазыхан ағай Ишморатов.
Ҡазыхан ағай менән һөйләшеп бөтөүгә, Әҡлимә инәй шылтыратып, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәгән ҡыҙым Мөрәжәғәтнамәне интернет аша тыңлап ҡыуанған, минең дә күңел түрендә ышаныс уятты. Ҡыҙым үҙе­беҙҙә яҡшы эш таба алмағас, “Газпром” предприя­тиеһының Ямал-Ненец автономиялы ойошмаһына эшкә урынлашты. Әле, көслө шахматсы булараҡ, Рәсәй буйынса ошо округтың данын яҡлап сығыш яһай. Ике йыл эсендә уның һәләте сит ерҙә юғары баһаланды. Уренгойҙа ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Хәҙер VII класта уҡыған ҡыҙын да алып китте. Ейәнсәрем Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары спортсылары ҡатнашҡан ярышта һәр саҡ яҡшы сығыш яһаны. Уренгойҙа ла ҡала беренселегендә еңеү яулаған. Хәҙер ул да, әсәһе кеүек, Сочиҙа шахматсылар бәйгеһендә Ямал-Ненец автономиялы округының намыҫын яҡлаясаҡ. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халыҡ мәҡәле. Айгөл Бикиеваның да үҙ республи­каһының данын яҡлағыһы киләлер. Шуға ла республика етәксеһенең, киләсәктә Себер тарафтарында йөрөгән йәштәрҙе тыуған төйәктәренә ҡайтыуын хәстәрләйәсәкбеҙ, тип әйтеүе ышаныс, өмөт уятҡандыр ҡыҙҙарымда, – тине Әҡлимә инәй.

Күреүебеҙсә, Мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мөһим мәсьәлә йәшен дә, ҡартын да уятҡан. Ул көндәрҙә урамда ла, автобуста ла, магазинда ла, йыйылышта ла яңы етәксенең хәтере яҡшы булыуына ғәжәпләнеүҙәрен ишетергә тура килде.

Кеше нисек кенә изге ниәттә эшмәкәрлек алып бармаһын, бөтәһенә лә ярап бөтә алмай. Шулай уҡ, Мөрәжәғәтнамәлә теге йәки был мәсьәлә яҡтыр­тылманы, тип әйтеүселәр ҙә бар. Бер сәғәт дауамында һуңғы йылдарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙең барыһын да яҡтыртыу мөмкин дә түгелдер. Быны етәксе үҙе лә һиҙемләй.

“Йыш ҡына, ғәйәт ҙур кимәлдә планлаш­тырыл­ғанды яңғыҙ ғына башҡарып сыға алмаясаҡһың, тиҙәр. Халыҡ менән берҙәм эш иткәндә генә, туплаған команданың уңышлы, башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ эшләйәсәген мин дә яҡшы аңлайым’’, – ти Радий Фәрит улы.

Мин, алтмыш йылдан ашыу район һәм республика баҫмаларында төрлө темаға мәҡәләләр яҙған хәбәрсе булараҡ, эш башлағандың беренсе көндәренән үк ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, урындағы халыҡ менән аралашып, ихтирам яулаған етәксенең алдына ҡуйған пландарын ғәмәлгә ашырасағына ысын күңелдән ышанам.

Урындағы идаралыҡтар тураһындағы 131-се закон ғәмәлгә ингәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер район хакимиәттәре етәкселәре, урындағы депутаттар менән берҙәм эш итеп, үҙенсә эшмәкәрлек алып барҙы. Ундай етәкселәргә киң мәғлүмәт саралары аша тәьҫир итеп булғанын Совет осорондағы эшмәкәрлек асыҡ күрһәтте. Матбуғатта сығыш яһаған ҡайһы бер шәхестәребеҙҙең әйткәндәре лә һабаҡ алырлыҡ.  Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртаһың икән, уның алдынғы ҡарашлы, киң фекерле вәкилдәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Тормошобоҙҙа килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе сағылдырған сығыштар, тәнҡит мәҡәләләре киң мәғлүмәт сараларында урын алып, улар буйынса ғәҙел сара күрелергә тейеш. “Был ҡәҙәре ғәскәр йыйғансы, бер-ике гәзит сығарыуҙы ойошторһам, һөҙөмтәле булыр ине”, – тип бушҡа ғына әйтмәгәндер Наполеон Бонапарт.

Һуңғы ваҡытта кабинеттан да сыҡмаған етәкселәр күбәйеп китте. Ил, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, әү­ҙем эшмәкәрлек алып барған башлыҡтар һирә­гәйгән.

Ябай халыҡтың социаль көнитмешен хәстәрләгән етәксебеҙ кеүек, беҙ ҙә берҙәм, ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ. Уның бөгөн ҡуйған талаптарына яуап бирмәгән һәләтһеҙҙәрҙең, ялҡауҙарҙың үҙ теләге менән эштән китеүе хәйерле. Файҙаһыҙға урын биләп ултырғандарҙан арынған саҡта ғына алға ынтылыш буласаҡ.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, халыҡ шағиры:
– Радий Хәбировтың сығышын ғаиләбеҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Ғәҙәти булмағанса килеп сыҡты. Ул һөйләгән кешеләр – республикабыҙҙың алдынғы, иң тырыш граждандары. Уларҙы айырым билдәләгән саҡта күңел тулып китте. Етәксенең ябай халыҡҡа иғтибар итеүе ҡыуандырҙы. Хеҙмәт кешеләрен хөрмәт итеү өлгөһө булды был.
Барлыҡ тармаҡтарҙағы, бигерәк тә социаль өлкәләге етешһеҙлектәрҙе еренә еткереп асып һалды. Башлыҡ булһаң, башлы бул, емерелмәҫ ҡашлы бул. Тап шуның өлгөһөн күрһәтте яңы етәксе.
“Беҙ булдырабыҙ!” – тип күршеләр әйтһә, “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тип яуап бирергә тейешбеҙ. Ул беҙҙең сәмде уятты, булдырабыҙ, ти.

Булат ЯНЫБАЕВ, Рәсәй газ сәнәғәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре:
– Радий Хәбировтың сығышы шул тиклем оҡшаны. Төпкөл ауылдарҙағы емерек хәлдәге объекттарҙы, мәктәптәрҙе экран аша күрһәтеп, миҫалдарға таянып һөйләне. Мөһим сараға Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты, республиканың элекке Башлығы Рөстәм Хәмитовты, ябай хеҙмәт кешеһен – фермерҙар, ветерандарҙы, фән һәм сәнғәт әһелдәрен саҡырыуы ла оҡшаны. Илдәге үҙгәртеп ҡороу осоронда Мортаза Ғөбәйҙулла улының республиканы таларға юл ҡуймауын да дөрөҫ билдәләне.
Республика етәксеһе киләсәктә лә халыҡҡа яҡын торһа, халыҡ та уның барлыҡ башланғыстарын хуплап, уға ныҡлы терәк буласаҡ, яҡлаясаҡ. Әйткән һүҙҙәрен тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад