Уртаҡ хәстәр берләштерҙе29.01.2019
Ниһайәт, редакциябыҙҙа “Башҡортостан” гәзитенең 2018 йылғы лауреаттары бергә йыйылды. Улар араһында үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҙә, сит авторҙар ҙа бар ине. Шулай ҙа барыһын да башҡорт матбуғатына булған уртаҡ һөйөү берләштерҙе.

Иң беренсе булып һүҙҙе Мәрйәм Бураҡаева алды. Уның милләтебеҙҙең рухи байлығын нығытыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Абруйлы ағинәй “Милли мираҫ” рубрикаһы аҫтында баҫылған мәҡәләләре өсөн бүләкләнде.

Тағы бер әүҙем автор – Баш­ҡортостан стратегик тикшере­неү­ҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зәкирйән Әминев республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы яҙылған тарихи-публицистик мәҡәләләре өсөн тәбрик ителде.

Ауырғазы районының Төрөм­бәт ауылынан педагогия ветераны Минира Бикәнәсованың күп йылдар дауамында тормошсан, фәһемле яҙмалар ижад итеүе лайыҡлы баһа­ланды.

“Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре Динә Арыҫланова – баҫманың сайтына республика төбәктәре тормошонан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе әүҙем әҙерләгәне, Рәшит Кәлимуллин – ижтимағи-сәйәси темаларға арналған көнүҙәк мәҡәләләре, Лилиә Дәүләтбәкова – сифатлы тәржемәләре, баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләк­баева-Биргәнова гәзиттең сайтын уҡымлы һәм популяр итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнде.

Тантаналы сараға килә алмаған ике лауреат – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы фо­тохәбәрсеһе Олег Яровиков менән “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Кәримә Усманова­ның да хеҙмәте тейешле баһа алды.


Вернуться назад