Нефтекама ҡалаһының Үҙәк балалар китапханаһында ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡлы, фәһемле сара үтмәгән көн һирәк. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған үҙенсәлекле кисә барышында ҡаланың 11-се мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан буйлап виртуаль сәйәхәткә “юлланды”.
Тәүҙә балалар республиканың дәүләт символдары, тыуған төйәгебеҙҙең тарихына, тәбиғәт байлыҡтарына ҡағылышлы бай мәғлүмәт менән танышты. Артабан “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тип аталған телевизион акцияға ярашлы, республика халҡы һәм ҡунаҡтар тарафынан һайлап алынған мәҙәни һәм тәбиғи байлыҡтарыбыҙ, республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе символдарыбыҙ – Салауат Юлаев һәйкәле, ҡурай, башҡорт балы, Янғантау, Красноусольск минераль сығанағы һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында белемен байытты. Сара “Һунарсы улы” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен ҡарау менән тамамланды.