Беҙгә өйрәнергә киләләр28.01.2019
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Республика кардиология үҙәгендә йөрәк-ҡан тамыры хирургтары йөрәккә криооперация яһап, Волга буйы федераль округындағы хеҙмәттәштәренә оҫталыҡ дәресе биргән.

Операция бик ҡатмарлы, сирҙе ваҡытында дауаламаһаң инфаркт һәм инсульт булыуы ихтимал. “Был үтә ҡатмарлы операцияны яһау буйынса Өфө табиптары алдынғы урында килә. Беҙ Татарстандан коллегалар менән өйрәнергә килдек”, – ти Яр Саллы ҡалаһынан килгән рентген-хирург Ирек Шәрипов.

Рәсәйҙә бындай операцияға мохтаждар һаны, эшләнгән операция кимәле менән сағыштырғанда, биш-алты тапҡырға күберәк. Һәр процедураның хаҡы, уның ауырлығына ҡарап, 250 мең һумдан 700 мең һумғаса барып етә. Пациенттарға уны бушлай, мотлаҡ медицина страховкаһы фонды иҫәбенә яһайҙар.


Вернуться назад