“Салют” нигеҙендә – реабилитация үҙәге28.01.2019
Башҡортостан Хөкүәмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров “Салют” шифаханаһындағы хәлгә ҡағылышлы мәсьәләне күтәрҙе.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, учреждение кредит буйынса ҙур бурысҡа батҡан. Әле уның күләме 50 миллион һумға яҡынлашҡан.

– Шифахана бөлгөнлөккә төшөү алдында. Быға юл ҡуймау өсөн бурысты ҡаплау һәм предприятиены тыныс ҡына ябыу йәһәтенән ярҙам һорайбыҙ, – тине ул.


Республика етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы, шифахана нигеҙендә инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһе тикшерелә. Әле бында капиталь ремонт яһау күҙаллана. 2020 йылда стационарҙы файҙаланыуға тапшырыу, артабан яңы корпус һалыу ҡарала.

– Халыҡҡа тыныс ҡына аңлатырға кәрәк. Эйе, “Салют” ябыласаҡ, ләкин уның урынына үҙенсәлекле балалар өсөн өр-яңы заманса учреждение үҫеп сығасаҡ, – тине Радий Хәбиров.







Вернуться назад