Марк Цукерберг Facebook Messenger, Instagram һәм WhatsApp-ты берләштерергә йыйына. Өс мессенджер ҙа үҙ эшен айырым ҡушымта булараҡ дауам итәсәк, тик уларҙың хәбәрҙәр менән алмашыныу системаһы ғына берҙәм буласаҡ. Был хаҡта “ТАСС” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Сервистарҙа үтәнән-үтә шифрлау ҡулланыласаҡ. Был әңгәмәне һөйләшеүҙә ҡатнашҡандар ғына күреүен гарантиялай. Әлеге ваҡытта был уй өҫтөндәге эш саҡ башланып тора. Уны быйыл йыл аҙағында йәки 2020 йыл башында тамамларға йыйыналар.
Әйткәндәй, бер нисә көн элек WhatsApp эшендә тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килгәйне. Ҡулланыусылар сервирға тоташа һәм хәбәрҙәр ебәрә алманы. Проблема тураһында Рәсәй, АҠШ, Германия, Италия һәм Испания кешеләре белдергәйне.