200 йыллыҡҡа бүләк31.05.2012
200 йыллыҡҡа бүләкКескәй дуҫтарым! “Любизар” йырының тарихын белергә теләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ — һеҙҙең өсөн күптән түгел “Любезники, любизар” исемле китап донъя күрҙе!

Белеүегеҙсә, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы билдәләнә. Яңы китапта һеҙ “Любизар” йырының тарихы менән генә танышып ҡалмай, һүҙҙәрен дә уҡырһығыҙ. Яуҙа атай-олатайҙарҙың нисек ҡоралланыуы, кейеме хаҡында белеү айырыуса ҡыҙыҡлы булыр. Мәғлүмәт башҡорт һәм урыҫ телдәрендә бирелгән, тимәк, һеҙгә ике телде өйрәнеүҙә ярҙам буласаҡ. Иң ҡыҙыҡлыһы шул — китаптағы һүрәттәрҙе үҙегеҙ буяй алаһығыҙ!


Вернуться назад