Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев быйыл ҡайһы бер пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау күләмен раҫлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, индексациялау коэффициенты 1,043 күләмендә билдәләнде.
Ул ветерандар, инвалидтар, балалы граждандар алған, шулай уҡ производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалағанда түләнгән пособиеларға һәм компенсацияларға ҡағыла.