Сибайҙа көсәйтелгән әҙерлек режимы әле һаман ғәмәлдә.
Урындағы властар халыҡҡа экологик хәл тураһында даими мәғлүмәт биреп тора. 27 ғинуарҙың иртәнге сәғәт 10-дағы мәғлүмәттәренә ярашлы, көкөрт диоксиды буйынса ПДК артыуы Тау урамындағы 6-сы йорт янында 2,4 тапҡырға, Каширин урамындағы 46-сы йорт янында 1,7 тапҡырға артыуы асыҡланған. Ҡалала штиль күҙәтелә, дымлылыҡ 75 процент.
Шул арала, карьерҙа руда төтәүен бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Күсмә лабораториялар ҡаланың төрлө нөктәләрендә даими рәүештә һауа пробаһын тикшереүгә алып тора. Уның һөҙөмтәләре һәр ике сәғәт һайын баҫылып сыға.