“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 29 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа, һепертмә буран сығыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 13-18, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 23 градусҡа тиклем, көндөҙ 7-12 градус һалҡын була.
30 ғинуарҙа ҡар яуа. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 14-19, аяҙытҡанда 25, көндөҙ иһә 7-12 градус һалҡын булыуы көтөлә.