Улар ҡала урамдарынан юғаласаҡ28.01.2019
Өфө урамдарынан юғаласаҡ маршруттар исемлеге асыҡланды. Уны баш ҡала хакимиәте раҫлаған һәм был туралағы мәғлүмәт сайттарында баҫылған.

149 маршрут урынына 129 ҡаласаҡ. Уларҙың 103-ө автобуслы, ҡалған 26-һы троллейбуслы буласаҡ.

Шулай итеп, төшөп ҡаласаҡ маршруттар исемлеге түбәндәгесә: №17с, №25, №52с, №75, №201, №219а, №223, №231, №231а, №234, №239, №240, №256, №260, №263, №268, №269, №272, №273, №282, №299.

Бынан тыш, 2019 йылдың икенсе яртыһында яңы туғыҙ маршрут ебәреләсәк, тип көтөлә. Уларҙың икәүһе көйләнмәгән һәм етәүһе көйләнгән тариф менән буласаҡ.





Вернуться назад