Ҡамасаулаһа – алып китәсәктәр28.01.2019
Ҡамасаулаһа – алып китәсәктәрӨфө урамдарында кесе йома булған буран эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре әле һаман тамамланмаған. Коммуналь хеҙмәттәр ҡарҙы таҙартыу һәм сығарыу буйынса көсәйтелгән режимда эшләй. Был осраҡта кешеләрҙең урамдарҙа, юл буйҙарында ташлап киткән шәхси транспорты эшкә бик ҡамасаулай.

Ҡала хакимиәтендә водителдәрҙе иҫкәртәләр: машина ҡуйыу тәртибен боҙған осраҡта, ул юлды таҙартыуҙа ҡамасаулай икән, эвакуатор саҡыртыласаҡ. Совет районында, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, ҡамасаулаған бер нисә машинаны эвакуатор менән алып киткәндәр.

Автоһәүәҫкәрҙәрҙе иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ. Ҡыш көнө бөтөнләй файҙаланылмаған, әммә юл буйында ҡалдырылған машиналар коммуналь хеҙмәттәргә лә, әүҙем водителдәргә лә ҡамасаулай. Шулай уҡ махсус техникаға ла ошо сәбәпле эш башҡарыу ауырлаша.





Вернуться назад