Өфө ҡалаһының Комсомол урамындағы 21/1-се йортта йәшәгән Татьяна Глазьева иһә йорттар араһындағы арауыҡтың тар булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Нормаға ярашлы, арауыҡтың киңлеге 100 метр булырға тейеш, ә уның торлағы менән күрше 21/3-сө йорт араһында ни бары туғыҙ метр ғына. Был ерҙә машиналар ҙа күп йөрөй, йәйәүлеләргә бик ҡыйынға төшә.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте идаралығы вәкиле Павел Самойлин мәсьәләнең кисекмәҫтән контролгә алыныуын хәбәр иткән. Әле был ерҙә яҡтылыҡ бағанаһына ҡуйылған авария таяуы алынған, “Торлаҡ зонаһы” тигән тамға ҡуйылған. Өҫтәүенә ихаталағы емерек балалар баҡсаһы бинаһы һүтелгән, урынына 240 урынлыҡ яңыһын төҙөү күҙаллана.