Әхтәр дачаға барған һайын, донъяһын онотоп, велосипедта йөрөй. Ата-әсәһе лә тыймай, сөнки, ҡалалағы һымаҡ, машина аҫтында ҡалыр тип ҡурҡаһы юҡ. Үҙ иркендә йөрөй бирә.
Был юлы, ниңәлер, улай булманы. Юл буйы уйға батып килгән малай, ҡапҡаны асҡас та, бер ҡайҙа һуғылмайынса, туп-тура сәскә түтәленә табан атланы.
Аҡ сәскәләрҙең шаулап үҫеп ултырған сағы. Уртаһы һары, тар ғына аҡ таждарҙан торған тетмәкәй япраҡлы үҫемлектәр ҡояш нуры аҫтында балҡый. Әхтәр уларҙың береһен өҙөп алды ла, бер кемгә иғтибар итмәй, таждарҙы өҙөргә тотондо:
— Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
Дилә апаһы уның янына килде:
— Һин дөрөҫ әйтмәйһең.
Малай уның һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне:
— Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
— Былай дөрөҫ булмай, — апаһы сабыр ғына аңлатты. — “Яратам, яратмайым” тип түгел, ә “ярата, яратмай” тип әйтәләр. Өҫтәүенә, таждарҙы өҙгәндә үҙеңә оҡшаған ҡыҙҙың һөйөү-һөймәүен белер өсөн уның тураһында уйларға кәрәк.
Әхтәр апаһына күтәрелеп ҡараны ла шөғөлөн дауам итте:
— Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
Бер аҙҙан шатлығы эсенә һыймай ҡысҡырып ебәрҙе:
— Яратам!
— Яратҡан ҡыҙың кем инде ул?
— Гүзәлиә!.. Тағы ла — Әлфиә, Лилиә, Алһыу, Дилбәр... — Йөҙө ҡояштай балҡыған Әхтәр балалар баҡсаһындағы ҡыҙҙарҙың исемен һанап сыҡты.
Уның Ғашиҡтар көнөндә донъяға килеүе юҡҡа түгелдер, күрәһең.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.