“Ҡала мөхите” һәм “Башҡортостан ихаталары” программалары нигеҙендә республикала 142 йәмәғәт биләмәһен һәм 480 ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдерҙе.
Был маҡсатҡа өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала, былтырғыға ҡарағанда, өс тапҡырға күберәк. Финанслауҙы арттырыу быйыл Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы эшләнгән “Башҡортостан ихаталары” программаларын ғәмәлгә индереүгә бәйле.
Республикала был эш 15 майҙа башлынып, 31 августа тамамланырға тейеш.