Ер шарының картаһында Башҡортостан тигән республиканың барлығын төрлөсә таныталар. Мәҫәлән, Малайзияға ял итергә барған Зөһрә Аҡъюлова үҙе менән бергә Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын алып барған. Куала-Лумпур ҡалаһының үҙәгендә фотоға төшкәндә ҡулындағы флагты күреп, уны ҡайһы илдеке булыуы менән ҡыҙыҡһынғандар.
– Әле Ҡытайҙа Яңы йыл байрамы дауам итә, икенсе төрлө уны Яҙ байрамы ла, тиҙәр, – тип һөйләй Ҡытайҙа йәшәгән Зөһрә Аҡъюлова. – Ял көндәрен файҙалы үткәреү маҡсатында Малайзияға юлландым. Тәүҙә Сабах штатында туҡталдым, һуңынан был илдең баш ҡалаһы Куала-Лумпурға остом. Башҡортостан исемле илдә башҡорт тигән милләттең булыуы тураһында һөйләйем, республикамдың флагы менән фотоға төшөүселәр ҙә бар.