“Күңелегеҙгә ваҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороғоҙ. Ул арыһа, талсыҡһа, күп нәмәне тоймай, күрмәй башлар”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ял иттек. Иртәгәнән яҡты уй-ниәттәр менән эш башларға яҙһын, ҡәҙерле дуҫтар! Хәйерле төн!(Ялдың ни ҡәҙәр мөһим икәненә инандырыр хикмәт тәҡдим итәбеҙ).Атай кеше, һәр ваҡыттағыса, эштән бик һуң һәм ныҡ арып ҡайта. Уны ишек төбөндә биш йәшлек улы көтөп тора, ти.
– Атай, һинән бер нәмә һорарға мөмкинме?
– Әйҙә.
– Һин эштә сәғәтенә күпме аҡса алаһың?
– Нимәгә ул һиңә? Унда ни эшең бар?!
– Кәрәк ине...
– 300 һум самаһы.
Малай, бер аҙ уйланып торғас, етди ҡарарға килгәндәй:
– Миңә 300 һум аҡса биреп тор әле, атай, – ти.
– Ҡаңғыртма! – Арыған атай кешенең йәне көйә башлай. – Ул хәтлем аҡса нимәгә һиңә?
– Һинең бер сәғәт эш ваҡытыңды һатып алырға. Иртәгә алданыраҡ ҡайт әле, атай, бергәләп ашарбыҙ, уйнарбыҙ...