Берҙәм көрәш алып барыласаҡ27.01.2019
Күп фажиғәләрҙең сәбәбе – эскелек. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуында ла ошо проблема күтәрелде.

Урындағы хужалар әйтеүенсә, эскелеккә, айырыуса алкоголде рөхсәтһеҙ һатҡандарға ҡаршы көрәш алымдары булдырылған. Улар тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Республика етәксеһе тәҡдимдәрҙе хупланы, тәртип сараларын көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.

“Ауыл биләмәләре башлыҡтары менән ошондай һөйләшеүҙәр даими үткәреләсәк, урындағы проблемаларға ҡаршы берҙәм көрәш алып барыласаҡ”, – тине республика етәксеһе.


Вернуться назад