Шыр иҫерек булған27.01.2019
Алда хәбәр иткәнебеҙсә, бөгөн иртәнсәк Бишбүләк районында ҙур фажиғә булды. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, барыһына ла “Шевроле Нива” автомобиле водителе ғәйепле.

Ул шыр иҫерек булған. “Күпме кешенең ғүмерен өҙҙө! – тип әсенә урындағылар. – Үҙе иҫән, шәбәйер ҙә мотлаҡ закон буйынса яуап бирер”.
Һәләк булған водитель – Бишбүләктең үҙенән 37 йәшлек Радик исемле ир. Ул вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән. Ғаиләһен ҡайтып күреп, киләһе шишәмбелә кире юлға сығырға тейеш булған. Ә пассажир ҡатындар унан бөгөн Миәкәгә алып барыуын һораған.

“Радик машина күптән түгел алды, рулдә бик тәртипле йөрөй торғайны”, – ти ауылдаштары. Ирҙең ҡатыны һәм 11 йәшлек ҡыҙы ҡалған. “Атаһының һәләк булғаны хаҡында балама һаман әйтә алмайым”, – тип күҙ йәшен түгә әсә.

Һәләк булған башҡа пассажирҙарҙың да ғаиләләре булған.


Вернуться назад