Күҙ асып йомғансы...27.01.2019
Бөгөн иртәнсәк Бишбүләк районындағы юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.

Бынан тыш, берәү йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә Бишбүләк – Миәкә юлында иртәнге сәғәт 9-ҙа була, “ВАЗ-2115” машинаһы менән “Chevrolet Niva” бәрелешә. Тәүгеһенең водителе һәм өс пассажиры (барыһы ла – ҡатындар) шул урында йән бирә. Икенсе шофер йәрәхәтләнә.

Фажиғә урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, һәләкәт сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад