Тыуған ауылым Иҫке Ҡаҙансы Асҡын районының иң матур мөйөшөндә урынлашҡан. Бында эшһөйәр, ҡунаҡсыл, киң күңелле башҡорттар йәшәй.
Ауыл исеменең килеп сығышы тураһында бихисап легенда, риүәйәт бар. Шуларҙың береһе буйынса, бынан 600 йыл элек кеше аяғы баҫмаған ергә бер ғаилә күсеп килә. Уларҙың Янбай, Ҡайпан, Ҡыйғаҙы һәм Ҡаҙансы исемле балалары була. Ата-әсә ауылға кинйә улының исемен бирә.
Ҡайһы берәүҙәр икенсе төрлө фаразлай. Уларҙың фекеренсә, ауыл, бейектән ҡарағанда, соҡор эсендә кеүек күренгән, ҡаҙанға оҡшап торған. Шуға ла уны Ҡаҙансы тип атағандар.
Лилиә РӘХМӘТОВА,
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы.
Асҡын районы