"Уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ"27.01.2019
“Радий Хәбиров / Яңылыҡтар” берләшмәһендә Ленинградты блокаданан азат итеү көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙҙәре баҫылды.

“Ленинградтарҙың батырлығы – һоҡланғыс өлгө. Улар 900 самаһы фажиғәле көндө үҙ иңендә кисерҙе, үлем, ауырлыҡ, һыҙланыу, юғалтыуҙар аша үтте. Беҙ быны һәр саҡ хәтерҙә тоторға тейешбеҙ.

1941 йылдың сентябрендә дошман Ленинградҡа баҫып инде, ләкин уны ҡулға төшөрә алманы. Иң мөһим нәмәне иҫәпкә алманылар – милли холоҡ-фиғелебеҙҙе. Беҙ ленинградтарҙың ныҡлығы алдында һаман баш эйәбеҙ, ә уларҙың һыҙланыуҙары әле лә йөрәгебеҙҙе өҙә.

Барығыҙҙы ла оло байрам – Ленинградты блокаданан ҡотҡарыу көнө менән!”


Вернуться назад