Газ еҫен тойоп...27.01.2019
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр газ еҫен тойоп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Һөҙөмтәлә 57 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуацияланған.

Улар ваҡытлыса 33-сө мәктәп бинаһына урынлаштырылған. Шул арала газ хеҙмәтенән килгәндәр йорттоң барлыҡ подъездарын ике тапҡыр тикшереп сыҡҡан. Хәүеф билдәһе табылмағас, кешеләр кире үҙ фатирына ҡайтарылған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: көнкүрештә газ ҡулланғанда ныҡ иғтибарлы булыу, тейешле барлыҡ талаптарҙы үтәү мөһим.

Янғын осрағында тиҙ арала “101” телефоны буйынса (кеҫә телефонынан - 112) шылтыратығыҙ.


Вернуться назад