...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә өсөн яуаплы иргә күп осраҡта көнө-төнө тирә-йүнде ҡыҙырырға тура килә. Яурында – мылтыҡ, төйөнсөктә – бер нисә телем икмәк. Ашарға бөтөп китһә, урмандың үҙ һыйы мул. Кордонда яңғыҙ ҡалдым, тип ҡатын да йәш түгеп ултырмай. Уның өсөн дә урман икенсе йорто хәҙер. Төнөн өйҙө бүреләр уратып алып олоғанда ла тыныс йоҡлай. Ҡурҡытырға түгел, һаҡларға килгән бит улар...Был осорға утыҙ йыллап ваҡыт үткән хәҙер. Урман йәнле Вәсилә менән Мансур Яныбаевтар, һайлаған юлына тоғро ҡалып, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында намыҫлы хеҙмәтен дауам итә. Иллене аша атлап уҙғандар, сәстәренә сал ҡунған. Ә дәрт-дармандары ҡалалағы йөҙҙәрсә кешенекен алмаштырырлыҡ! Хәрәкәттәр – йүгерек йылғаларҙан, үткер ҡараштар бөркөттөкөләй. Тауҙарҙан, ҡарағайҙарҙан күскән юғарылыҡ, ғорурлыҡ уларға заман мәшәҡәттәренән өҫтөн ҡалып, үҙ ерендә үҙе булып йәшәүгә ҡеүәт бирә.
Кордонда көн итеү урмансыларҙың төшөнә генә инәлер хәҙер. Егерь Мансур ағай, ул йылдарҙы һағышланып иҫкә алһа ла, бөгөнгө шарттар менән бик тә ҡәнәғәт. Әле лә ҡурсаулыҡты күрһәтеү маҡса-тында ҡаргиҙәрен “егә” һалып алды. Бындағы тау-яландарҙы ғына түгел, һәр ағасты, ҡыуаҡты, йәнлекте танып белгән, боролоштарҙы күҙен йомоп үтерлек ир-уҙаман юл ыңғайы беҙҙе үҙенең балалыҡ, йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Бөрйәнгә күрше ятҡан Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған ул. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫкәндәр. Малайҙарҙың алтауһы ла урмансы һөнәрен үҙ иткән.
– Ни өсөн тигәндә, атайыбыҙ ғүмер буйы ошо ҡурсаулыҡта эшләне, – тип бәйән итте Мансур ағай. – Туранан сыҡҡанда, ике араның алыҫлығы – 33 саҡрым. Атай ошо юлды һәр саҡ йәйәү үтер, беҙҙе лә эйәртеп алып йөрөр ине. Урман донъяһының үҙенсәлектәре менән танышабыҙ, хикмәттәренә төшөнөргә тырышабыҙ, легендалар тыңлайбыҙ...
Мәктәптән һуң артабан белем алырға яҙмай Мансур ағайға. Әммә атаһының аҡылы, уның балалары күңелендә урманға ҙур һөйөү тәрбиәләүе егетте эшһеҙ ҡалдырмай. Улай ғына ла түгел, ошо ерҙә иң кәрәкле, һис кемгә алыштырғыһыҙ кешеләрҙең береһенә әүерелдерә. Яныбаевтарҙың улдары ла урмансы юлын һайлай. БДУ-ның Сибай институтын тамамлап ҡайтып, ҡурсаулыҡта ғилми хеҙмәткәр булып эшләй улар.
– Тормошта тәғәйен урынымды тапҡаным өсөн атай-әсәйем менән бер рәттән остаздарыма рәхмәтлемен, – ти егерь. – Мәҫәлән, беҙҙә элек-электән Николай Гордеюк тигән кеше булды. Профессор ул. Әле лә, 78 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Белорет районындағы Ҡағынан йөрөп эшләй. Остазымдан күп нәмәгә өйрәндем. Ул, әйтәйек, сәләмәтлегенә шул ҡәҙәр иғтибарлы. Шәкәрле, майлы ризыҡты ашамай, беҙҙән дә шуны талап итә. Үҙе, арып китһә, урмандың ҡайһы урынында булһа ла ятып йоҡлап ала, асыҡҡанда мүкте сәйнәп китеүе ихтимал. Ысын урман кешеһе! “Санитарҙар” тип, бүреләрҙе һис ҡасан аттырманы. Уларҙың эҙен, нимә менән туҡланыуын тикшереп, әллә ҡайҙа ятҡан Ырымбур яғынан йәйәүләп әйләнеп ҡайтыр ине. Әле лә беҙҙең менән бергә рейдтарға сығып, Ҡыраҡа тауҙары башынан 20 саҡрымдан ашыу араны саңғыла үтә. Йыл һайын сентябрҙә Себер яҡтарына барып, мүк еләге йыйып алып ҡайта. Дөрөҫ туҡлана ла, емертеп эшләй ҙә!
Ҡурсаулыҡтағы йәнлектәр тураһында ла сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер Мансур ағай. Әйтеүенсә, айыуҙар элек-электән ошонда килеп ҡышларға күнеккән. Хәүефһеҙ, тыныс икәнен беләләр. Яҙ етһә, күбеһе тарала.
– Кордонда йәшәгәндә бер ҙур айыуҙы биш йыл буйы күҙәттем, – тип ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала егерь. – Артҡы аяғының табаны бынау хәтлем – ике ҡарыштан ашыуыраҡ – ине! Көҙ беҙгә килеп ята ла яҙғыһын башҡа яҡҡа юллана. Сик буйынан сыҡҡанда белореттарҙың фермаһынан мотлаҡ бер һыйырҙы һуғып ала...
Болан-мышылар ҙа ҡурсаулыҡтың ни икәнен белә. Элегерәк быға браконьерҙар ҙа зарлана торғайны. Баҡһаң, аҡыллы йәнлектәр, хәүефтән ҡасып, гелән ҡурсаулыҡҡа табан саба икән. Биләмәгә инәләр ҙә, тынысланып, мылтыҡлы кешегә тәкәббер генә ҡарап торалар...
...Мансур ағайҙың хикәйәттәре киске усаҡ алдында ла дауам итте. Маралдарҙың үҙенсәлекле сифаттары, бер рейд ваҡытында бөжәктәр менән туҡланырға мәжбүр булғаны, үҙенә һөжүм иткән бүрегә ҡаршы күҫәк тотоп һуғышҡаны, экскурсияға килгән кешеләр ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығаны, тәбиғәттең ҡөҙрәтенә, төрлө осраҡта ла үҙең булып ҡалыуҙың көсөнә ҡабат-ҡабат инанғаны... Урмансының уйлана-уйлана бәйән иткән мауыҡтырғыс мажараларында – йылъяҙмаға йыйнарлыҡ фәһем. Бындай аҡылды йәнтөйәгенән йән ҡөҙрәте алып йәшәгән кеше генә бирә алалыр.