Үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел26.01.2019
Шулай өйрәтә динебеҙ. Ошо һабаҡты онотмайынса, бер-беребеҙҙең тик яҡшы яҡтарын күреп, күңелен үҫтереп, татыулыҡҡа ынтылып йәшәйек. Хәйерле төн!

(Ошо йәһәттән бер хикмәт тәҡдим итәбеҙ).

Йәш ғаилә яңы фатирҙа йәшәй башлаған. Ҡатын иртәнсәк уяныу менән тәҙрәгә күҙ һалһа, күршеһе кер элеп йөрөй, ти.

– Ҡара әле, ҡайһылай бысраҡ йыуған! – тип аптырауҙан ҡысҡырып ебәргән ул.

Был хаҡта иренә әйтһә, уныһы әллә ни иғтибар бирмәгән.

– Моғайын, һабыны насарҙыр, – тип ҡуйған ҡатын. – Бәлки, үҙе йыуа белмәйҙер. Ошо йәшкә еткәнсе нисек эшкә өйрәнмәҫкә мөмкин?!

Бындай хәл күршеһе кер элгән һайын ҡабатланған. Ә бер иртәлә ҡатын, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла ҡысҡырып ебәргән:

– Оһо! Бөгөн керҙәре таҙа! Ниһайәт, йыуырға өйрәнде әллә?

– Яңылышаһың, – тип көрһөнгән ире. – Киреһенсә, мин, иртәрәк тороп, үҙебеҙҙең тәҙрәне йыуҙым…


Вернуться назад