Балалар аша "һөжүм". Кем яралана?26.01.2019
Һәр ата-әсә балаһының үҙенән бәхетлерәк, уҡымышлыраҡ, хәллерәк булыуын теләйҙер. Тормошта нимәгәлер өлгәшә алмайһың икән, “көрәш”тең дауамын ул-ҡыҙыңда күреп, уларҙы үҫтереү, кеше итеү өсөн барлыҡ көсөңдө һалаһың. Кем нисектер, ә мин тап шундай булдым. Тик холҡоңдағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр шул ҡәҙәр үрсемле икән...

Атайым менән әсәйем миңә ун йәш саҡта айырылышты. Өҫтәүенә һеңлем бар, ул беренсе класта уҡый ине. Әсәйем менән ҡалдыҡ, атайым иһә башҡа ҡатынға өйләнде. Бер ҡалала торғанлыҡтан, йыш осраштыҡ. Атайым яңы ғаиләһе менән мәктәптең эргәһендә йәшәй ине, әмәле сыҡҡан һайын йүгерәбеҙ ҙә инәбеҙ. Апай матур, яғымлы, һәр хәбәребеҙҙе ихлас тыңлай, күңелде аңлай, килешә. Ә әсәйебеҙгә бер ни һөйләп булмай, туҙына ла китә. “Башымды ҡатырып ултырма әле, үҙ проблемаларым еткән!” – тип һәр ваҡыт ҡырт киҫә. Шуға ла атайҙың яңы ҡатынына эйәләшкәндән-эйәләштек. Айырыуса һеңлем яҡынайҙы. Дәрестәрен бергә эшләйҙәр, магазинға йөрөйҙәр.

Өсәүләшеп киноға ла барып ҡайтабыҙ. Атайыма быны күреү ҙур ҡыуаныс булғандыр: гел шат йөрөнө. Ҡатынына ҡарата айырыуса хәстәрлекле ине.

Әсәйебеҙ дәрестән һуң өйгә тура ҡайтмауыбыҙҙы тәүҙә һиҙмәне лә кеүек. Кискә ҡәҙәр эшләгәс, ҡайҙан белһен инде? Ул ваҡытта кеҫә телефоны түгел, өйҙөкө лә юҡ ине бит. Шулай ҙа беҙҙең рәхәт тормош оҙаҡҡа барманы. Бер кис әсәйебеҙ ишектән инер-инмәҫтән ярһып ҡысҡыра башланы: “Килегеҙ әле бында, һатлыҡ йәндәр! Кем һеҙгә сит кешеләргә инергә ҡушты? Тамағығыҙ асмы? Атаһы шәп икән быларҙың! Улай хәстәрлекле булғас, ниңә һеҙҙе ташлап киткән? Бөтөн кеше алдында хур иттегеҙ мине. Ояты ни тора?!.” Күрәһең, хәбәр еткергәндәрҙер, ҡала бәләкәй бит...

Ошонан һуң күпмелер ваҡыт атайым йәшәгән йортто урап уҙып йөрөнөк. Ә бер мәл әсәй үҙе уларға барырға ҡушты. “Инеү менән аҡса күсерер ваҡыт еткәне тураһында әйт. Һеңлеңә яҙғылыҡҡа яңы итек кәрәклеген белдер, алып бирһендәр”, – тине.

Теге йортта иһә беҙҙе һағынғайнылар. Апай менән бергә паркта йөрөнөк, уйнаныҡ, ҡайтышлай ул икебеҙгә лә аяҡ кейеме алып бирҙе.

Тик әсәйем бының менән генә туҡтаманы. Беҙ атайымдарға барырға теләк белдергән һайын яңы әйбер һорарға ҡуша: уҡыу кәрәк-яраҡтары, спорт кейеме, велосипед... Өҫтәүенә атайыма алимент түләү ваҡытын иҫләтеп торорға тейешбеҙ. Нисек ҡушылған, шулай эшләнек.
Тик тора-бара атайҙың да, апайҙың да беҙгә ҡарата һалҡыная төшөүен аңғарҙым. Килеүебеҙгә ул ҡәҙәр шатлыҡ белдермәйҙәр, элекке кеүек күмәкләп урамға сығып китмәйбеҙ, күп осраҡта өйҙә шым ғына ултырабыҙ. Һеңлем генә, бер ни аңламағанлыҡтан, һөйләй ҙә һөйләй. Апай уны ла теләр-теләмәҫ кенә тыңлай һымаҡ.

Әсәй беҙҙән гел риза түгел, атай менән ҡатыны ла ситләшә бара.

“Кәрәкмәйбеҙ береһенә лә, – тип төн буйы юрған аҫтында илап сыҡтым бер мәл. – Яратмай улар беҙҙе, нисек ҡотолорға белмәйҙәр...” Нимә эшләргә һуң? Үҙебеҙҙе нисек яраттырырға, кәрәклегебеҙҙе иҫбатларға? Ошо турала туҡтауһыҙ уйланып йөрөй торғас, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты: әсәйемә – атай менән апайҙы һәм, киреһенсә, атай менән апайға әсәйемде насарлап һөйләй башланыҡ.

Хәҙер ошоноң сәбәбенә төшөнөргә тырышам да “Яҡындарының һөйөүен яулау өсөн нимәгә генә бармай икән бала” тип ҡуям. Ысынлап та, ошонан һуң әсәйҙең дә, атайҙың да, апайҙың да иң яҡын әңгәмәсеһенә, “фекерҙәше”нә әүерелдек. Ике йортта ла кәрәкле кешеләргә әйләндек. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы ғүмеребеҙ шулай хәбәр ташып үтте.

Хәҙер инде үҙем – өс малай атаһы. Теләгән һөнәремә эйә була алмай, гел күңел ятмаған ауыр эштәрҙә йөрөргә тура килгәнлектән, улдарым минең юлды ҡабатламаһын тип, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләм. Өсөһө лә спорт ярата. Үҙебеҙҙең ҡалала ғына түгел, ситтә үткән ярыштарға ла бергә йөрөйөм, үҫештәрен күҙәтеп барам, кәңәштән айырмайым. Ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп йәшәйбеҙ. Улдарыбыҙ минең кеүек яратыуға мохтаж булып, ике арала ғазап сигеп үҫмәй.

Ә бер мәл... Икенсе класта уҡыған кинйә улым: “Олатайға – өләсәйҙе, өләсәйгә олатайҙы насарлап һөйләгәйнем, икеһе лә аҡса бирҙе”, – тип бер нисә йөҙ тәңкәне сығарып күрһәтте. Шаҡ ҡаттым. Эйе, әсәйем менән атайым һаман да бер-береһенә “һөжүм”де туҡтатмай шул. Хәҙер ейәндәре аша “атышалар”. Ә кем яралана?

“Хәләлдең иң ситендә торған ғәмәл – талаҡ, йәғни айырылышыу”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Ғаилә тарҡалыуы – ҙур бәлә. Ул ир менән ҡатынға ғына ҡағылмай, ә ике яҡтан да туғандарҙы, яҡындарҙы, дуҫтарҙы ялмап ала, айырыуса балалар ҙур көсөргәнеш кисерә. Хатта ки ейән-ейәнсәрҙәрҙең дә тормошона килеп ҡыҫыла.

Ә бөгөнгө йәмғиәттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырылышыу ғәҙәти күренешкә әйләнде кеүек, күптәр уға уйын һымаҡ ҡарай. Яралы йәндәр яҡты киләсәк төҙөй алырмы?


Яңауыл ҡалаһында йәшәгән замандашыбыҙҙың һөйләгәндәренән.



Вернуться назад