Бөрйәндәр кәңәште тотормо?26.01.2019
Мәғлүм булыуынса, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып бара.

Ошоно раҫлап, күптән түгел уҡыу йортоноң тәбиғи-математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Илгиз Һөйөндөков һәм шулай уҡ биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Йәнтүрин Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Байназар мәктәптәре уҡыусылары менән осрашты.

Сарала һүҙ һөнәрҙе, зауығыңа тап килгән уҡыу йортон дөрөҫ һайлау, заман талаптарын күҙ уңында тотоп эш итеү хаҡында барҙы. Сығыш яһаусылар шулай уҡ Сибай институты менән дә таныштырҙы, уның матди-техник торошо, студенттарҙың уңыштары сағылдырылған видеофильм күрһәтте, күргәҙмә материалдар тәҡдим итте.

Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы Динис Ғәбделхаевҡа әлеге факультет тарафынан география буйынса уҙғарылған олимпиадала өсөнсө урын яулағаны өсөн диплом тапшырылды.


Вернуться назад