Ғинуар шулай һынар26.01.2019
Иртәгә төндә республикала 30-32 градус һыуыҡ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан.

Ошо уңайҙан Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра, йыраҡ сәфәрҙәргә сыҡмай торорға, урамда саҡта гелән хәрәкәтләнергә кәңәш итә.

Шулай уҡ спиртлы эсемлек ҡулланырға ярамай, ул һыуыҡты тойоу көсөн кәметә. Өҫтәүенә һалҡында тәмәке тартыу тыйыла – организмдың ҙур зыян күреүе ихтимал. Металдан эшләнгән (шул иҫәптән алтындан, көмөштән яһалған) биҙәүестәр тағыуҙың ҡан әйләнешен ауырлаштырыуы бар.

Елдән һаҡланырға тырышырға кәрәк. Урамға сығыр алдынан ашау ҙа һалҡынға бигүк бирештермәҫ. Бала тышта уйнай икән, 15 – 20 минут һайын йылынырға инергә тейешлеген оноторға ярамай.

Тәндең өшөгән урындарын ҡар менән ыуыу тыйыла. Был файҙаһыҙ, хатта ҡурҡыныс, ти белгестәр. Өшөгән урынды шулай уҡ тиҙ йылытырға тырышыу, спиртлы эсемлек ҡулланыу ҙа хәүефле.

Синоптиктар фаразы буйынса, киләһе аҙна башында көндәр йылына төшәсәк. Күпләп ҡар яуыуы көтөлмәй.


Вернуться назад