Кәзә бәрәстәре ише булмайыҡ!26.01.2019
Иглин ауылы янында ике йөк автомобиле еңел автомобилде ҡыҫҡан.

Был хәл юлдың тарайған өлөшөндә булған. Һуңғы көндәрҙә күпләп яуған ҡар, һепертмә буран арҡаһында күп урындарҙа юлдар тарайҙы. Ошондай шарттарҙа водителдәр бер-береһенә ҡарата итәғәтлерәк булһа ине.

Тар ғына күперҙә осрашып, бер-береһенә юл бирмәй һөҙөшөп, һыуға ҡолап төшкән кәзә бәрәстәре ише булмайыҡ!


Вернуться назад