Әйләнә лә киләләр...26.01.2019
Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында инә һәм ата айыуҙар ҙа йәшәй.

Мәғлүм булыуынса, йүнселдең меңгә яҡын йылҡыһы бар. Шулай уҡ – һыйыр, һарыҡ, кәзә малдары, ҡош-ҡорт... Ә айыуҙар нисек килеп эләккән һуң?

Баҡһаң, бәләкәй генә саҡтарында әсәйһеҙ ҡалған булғандар. Һунарсылар уларҙы Хәсән Иҙиәтуллиндың фермаһына алып килгән. Айыу балалары кәзә һөтө эсеп үҫкән.

Хәҙер улар ситлектә йәшәй. Берәү ҙә булмағанда, хужа үҙҙәрен иреккә сығара. Бөтөнләй ебәрергә лә уйлағандар, әммә йән эйәләре кире әйләнә лә килә икән.

“Хәҙер инде уларҙы үлтереп кенә ҡотолоп булыр ине, – ти фермер. – Тик ниңә ундай ҙур гонаһ ҡылырға? Йәшәһендәр, беҙ уларҙы яратабыҙ”.


Вернуться назад