Яҡтыкүлдең киләсәге яҡтымы?26.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Яҡтыкүл” шифаханаһына барғанда, уға сапропель ләменең дауалау үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр.

“Ә уның запасы нисә йылға етә һуң?” – тип ҡыҙыҡһынды республика етәксеһе. Яуап шулай яңғыраны: белгестәр иҫәпләүенсә, тағы ла кәмендә 300 йылға етәсәк.

“Яҡтыкүл” шифаханаһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә Радий Хәбиров Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға бер аҙна эсендә тәҡдимдәр әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

“Был курортты нисек үҫтерергә йыйыныуыбыҙҙы аңларға кәрәк, – тине республика етәксеһе. – Ике вариант бар. Беренсеһе – номер фондына һәм корпустарға косметик ремонт яһау мөһимлеге. Икенсеһе иһә ауырыраҡ, финанс йәһәттән сығымлы. Ул яңы корпус төҙөү, береһенә капиталь ремонт эшләү, яр буйын төҙөкләндереүгә бәйле”.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов тотош курорт биләмәһен үҫтереү мөһимлеге буйынса тәҡдимен еткерҙе.

“Мәҫәлән, төрлө саралар үткәреү өсөн заманса конгресс-зал йәки ҙур концерт майҙаны төҙөргә булыр ине, – тине ул. – Был биләмәнең Урал һәм Волга буйынан ғына түгел, ә барлыҡ илдән туристарҙы йәлеп итерлек ҡеүәтле үҙәккә әйләнеү мөмкинлеге бар”.

Әйтелгән тәҡдимдәр анализ талап итә, улар республика Хөкүмәте президиумы ултырыштарының береһендә ҡараласаҡ, тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад