Аҡса тигәндә, ҡайһы берәүҙәр намыҫын да юғалта25.01.2019
Өфө ҡалаһы прокуратураһы Тимашев ауылы халҡының ялыуы буйынса тикшереү үткәреп, урындағы зыяратҡа илткән төп юл буйында ҡәбер таштарын законһыҙ һатыу ойошторолғанын асыҡлаған.

Бында йәшәгәндәр ошо урамдан үткәндә үҙҙәрен зыярат эсендә йөрөгәндәй тойоп, йәмһеҙ күренеште бөтөрөү өсөн прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә ауылда ерҙе законһыҙ биләүҙең 11 осрағы асыҡланған. Бынан тыш, эшҡыуарҙар торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән участкаларын да маҡсатлы файҙаланмаған – уларҙа ҡәбер ташы етештереүҙе ойошторған. Ә муниципалитет халыҡтың ялыуҙарына иғтибар бирмәгән, был баш-баштаҡлыҡ буйынса сара күрмәгән.

Әлеге хәл ҡала хакимиәте башлығына еткерелгән. Һөҙөмтәлә законһыҙ рәүештә биләнгән ерҙәр бушатылған, шулай уҡ уларҙы маҡсатһыҙ ҡулланған өсөн һалымды ла ҡайтанан иҫәпләгәндәр, ҡала хакимиәтенең ошондай мәсьәләләр буйынса яуаплы бүлегенә шелтә бирелгән.


Вернуться назад