Һөнәрҙәр бик күп: уҡытыусы, нефтсе, һатыусы, шофер... Уларҙың барыһы ла кәрәкле.
Минең тәүҙә уҡытыусы булғым килә торғайны. Әсәйем һымаҡ. Ул бик күпте белә, дәфтәрҙәрҙе тикшерә, “дүртле”, “бишле” ҡуя. Тик әле табип һөнәре яҡын була башланы. Улар ҙа, әсәй һымаҡ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Матур итеп һөйләшәләр, дауалайҙар. Мин дә шундай булырмын. Кешеләргә бер ваҡытта ла ҡысҡырмаҫмын, уколды ипләп кенә ҡаҙармын. Әсәй-атай, өләсәй-олатайҙы ауырыуҙан һаҡлап ҡына торормон.
Нурсилә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.